Закон проекты тулыһынса хуплау тапһа, эш биреүсе ғаризала күрһәтелгән ваҡытта отпуск бирергә бурыслы.
Дәүләт Думаһы сайтында билдәләнеүенсә, хәрби һәләк булған осраҡта ата-әсәһе һәм тол ҡатыны (тол ире), документҡа ярашлы, 14 көнгә тиклем өҫтәмә отпуск (эш хаҡы һаҡланмай) алырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта ошо сараларҙың ҡайһы берҙәре ғәмәлгә ашырыла, ләкин МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡағылмай. Закон фронтовиктарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын социаль яҡлауҙы көсәйтә, отпускыға гарантияларҙы арттыра, тип билдәләне парламентарийҙар.