+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2022, 13:00

Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан спортсылары Кристина Резцова менән Антон Бабиков Германияның Оберхоф ҡалаһында үткән Донъя кубогы этабында еңеү яуланы.

Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Үткән уйын миҙгелендә Антон Бабиков бик ҡаты ауырығандан һуң үҙ баҫҡысында күрһәткерсәтргә ирешә алмағайны. Быйылғы миҙгелдең Европа кубогы этаптарында 2 алтын  миҙал яуланы. Әле бына Донъя кубогы этабында ла уңышҡа иреште. Был бик мөһим, сөнки әлеге ярыштарҙа еңеү яулаған спортсыларыбыҙ, февраль айында Пекинда үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарына һайлап алынасаҡ.

Шуныһы күңелде ҡыра, яҡташыбыҙ Эдуард Латипов был ярыштарҙа ҡатнаша алмай. Ул ҡороғорвирус менән ауырып киткән.

Фото: https://www.sport-express.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: