-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль , 12:00

Ҡышҡы Олимпия уйындарына старт бирелә!

Бөгөн  Пекинда XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары башланасаҡ. Олимпиадалар тарихында Пекин йәйге лә, ҡышҡы ла уйындарҙы үткәргән беренсе ҡала булып тарихта ҡаласаҡ. Асыу тантанаһы Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 3-кә билдәләнгән. Уны интернетта һәм Рәсәй телевидениеһында ҡарарға мөмкин. “Рәсәй-1”, “МатчТВ”, “Телеспорт” һәм “Беренсе канал” каналдар ҙа уны күрһәтеү хоҡуғына эйә булды.

Ҡышҡы Олимпия уйындарына старт бирелә!
Ҡышҡы Олимпия уйындарына старт бирелә!

Сара 2008 йылда тантаналы рәүештә Йәйге Олимпия уйындары асылған урында - «Ҡоштар ояһы» исеме аҫтындағы билдәле Пекиндың Милли стадионында үтәсәк.

Олимпия уйындарын асыу тантанаһы спортҡа туранан-тура ҡағылышы булмаған төп ваҡиға. Ярыш хужалары сағыу шоу, матур музыка һәм ҡатмарлы хореография аша бөтә донъяны үҙ иленең мәҙәниәте һәм тарихы менән таныштыра. Тантана менән өс тапҡыр «Оскар»ға дәғүә иткән ҡытай кинорежиссеры Чжан Имоу етәкселек итә. 2008 йылдағы асыу тантанаһын да ул ойоштороп, фурор яһағайны. Ә Олимпия факелын «бөтә тарих эсендә бығаса булмағанса» ҡабыҙыу күҙаллана.

Рәсәй йыйылма командаһының байрағы конькиҙа йүгереү спорты буйынса 2014 йылғы Олимпиаданың көмөш призёры Ольга Фәтҡулина менән хоккей буйынса 2018 йылғы олимпия чемпионы Вадим Шипачёвтың ҡулында буласаҡ.

Ҡышҡы Олимпия уйындарының талисмандары - боҙҙан яһалған костюм-скафандр кейгән панда Бин Дуньдунь. Ул спортсыларҙың кәүҙә һәм ихтыяр көсөн сағылдыра. Икенсе серле йән эйәһе балалар яһаған  - Сюэ Жунжун. Фонарь-малай терелеп, һауаға күтәрелә һәм спорт менән шөғөлләнә башлай. Керлинг уйнай, тағы ла сноубордта һәм конькиҙа шыуа. Шулай итеп, ҡыҙыл төҫтәге фонарь-малай Сюэ Жунжун Паралимпиаданың символына әүерелә.

Фото: rfnovosti.ru

Ҡышҡы Олимпия уйындарына старт бирелә!
Ҡышҡы Олимпия уйындарына старт бирелә!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в