-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль , 11:00

Рәсәй тарихында тәүге миҙал

Үткән көн Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында трамплиндан һикереүҙә Рәсәйҙең йыйылма командаһы көмөш миҙал яуланы. Беренсе урында - Словения спортсылары, ә бронза Канадаға эләкте.

Рәсәй тарихында тәүге миҙал
Рәсәй тарихында тәүге миҙал

Һикереүселәребеҙ Ирма Махиня, Ирина Аввакумова, шулай уҡ Данил Саҙрыев һәм Евгений Климов Рәсәй командаһына икенсе урын килтерҙе. Рәсәй өсөн был тарихта трамплиндан һикереүҙә тәүге миҙал. Быға тиклем пьедесталға алтын алып, 1968 йылда СССР вәкиле Владимир Белоусов күтәрелгәйне.

Хәҙер Рәсәйҙең ике алтын, өс көмөш һәм ике бронза миҙалы бар. Рәсми булмаған дөйөм иҫәптә рәсәйҙәр әлегә өсөнсө урында килә.

Фото: https://www.mk.ru/sport

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в