-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2022, 12:00

Ниһайәт, Елистратовҡа уңыш йылмайҙы!

Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов Пекиндағы Олимпия уйындарында 1500 метр арауыҡта бронза яуланы.

Ниһайәт, Елистратовҡа уңыш йылмайҙы!
Ниһайәт, Елистратовҡа уңыш йылмайҙы!

Ике минут 9,219 секунд һөҙөмтә менән Көньяҡ Кореянан Хван Дэ Хон алтынды эләктерҙе. Көмөш миҙалды Канада спортсыһы Стивен Дюбуа алды (+0,035). Елистратов лидерҙан 0,048 секундҡа ғына ҡалышты. Рәсәй спортсыһына 31 йәш, ул –1500 арауыҡта Сочи (2014) эстафетаһының Олимпия чемпионы һәм 2018 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры. Ошо уҡ арауыҡта 2015 йылда Донъя чемпионы, 14 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.  Был награда Пекиндағы Рәсәй йыйылмаһы иҫәбендә ун беренсе булды. Илебеҙ ике алтын, өс көмөш, алты бронза миҙал яуланы һәм дөйөм команда иҫәбендә һигеҙенсе баҫҡыста.

Фото: https://www.sport-express.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в