Эстафеталы уҙыш, моғайын, саңғысы ҡыҙҙарыбыҙҙы еңеүгә дәғүә итеүсе булараҡ ҡараған программаның берҙән-бер төрө булғандыр. Шәхси ярышта Норвегия уҙышсыһы Тереза Йохауг булғанда алтын артынан ҡыуыу – буш эш. Ә бына командала тырышырға була. Өҫтәүенә беҙҙекеләр декабрҙә Лиллехаммерҙа Донъя кубогы этабында уҙған эстафета еңеүселәре сифатында стартҡа сыҡты. Ул саҡта Вероника Степанова Швеция һәм Норвегия ярышсыларын ҡыйратҡайны. Бындай һөҙөмтәне беҙ әле лә көттөк. Һәм улар быны эшләне, ура!
Фото: https://news.sportbox.ru/