-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль , 09:00

Ярыш тәүҙә ҡеүәтле барҙы...

Ир-егеттәр йыйылмаһы биатлон эстафетаһында өсөнсө булды. Ярыш ысын мәғәнәһендә драматик рәүештә барҙы.

Ярыш тәүҙә ҡеүәтле барҙы...
Ярыш тәүҙә ҡеүәтле барҙы...

Беренсе этаптан Кәрим Хәлили алға сыҡты һәм уның уңышын Александр Логинов менән Максим Цветков нығытты. Эдуард Латипов һуңғы атыу алдынан дәғүәселәрен бер минутҡа яҡын еңеп килә ине, әммә етешһеҙлектәр һәм ике штраф түңәрәктәре беҙгә алтын өсөн көрәшергә мөмкинлек бирмәне. Һөҙөмтәлә норвегтар -  беренсе, көмөш миҙал - француздарҙа.

Конькиҙа йүгереү   

Конькиҙа йүгереү буйынса команда беренселегендә Даниил Алдошкин, Сергей Трофимов һәм яҡташыбыҙ Руслан Захаров норвег уҙышсыларынан ҡалышып, икенсе килде. Белеүебеҙсә, Руслан Сочи уйындарында шорт-трек буйынса команда составында алтын миҙал алғайны, Һуңынан йүгереүгә күсте, уңыш оҙаҡ көттөрмәне, хәҙер инде – көмөш миҙал.

Әлегә илдең йыйылма командаһында бөтәһе 20 награда иҫәпләнә.

Фото: news.myseldon.com

Ярыш тәүҙә ҡеүәтле барҙы...
Ярыш тәүҙә ҡеүәтле барҙы...
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в