+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2022, 10:00

Шаршамбы һөҙөмтәләре

16 февралдә, Рәсәй дөйөм миҙалдар иҫәбендә 4 алтын, 8 көмөш һәм 12 бронза миҙал менән 9-сы баҫҡысты биләне. Беҙҙең команда иҫәбендә йәмғеһе 24 комплект награда бар.

Шаршамбы һөҙөмтәләре
Шаршамбы һөҙөмтәләре

Шулай итеп, Олимпиаданың 12-се көнөндә Илья Буров саңғы акробатикаһында бронза миҙал яулаһа, саңғысылар Александр Большунов һәм Александр Терентьев, шулай уҡ Юлия Ступак һәм Наталья Непряева команда спринтында бронза эләктерҙе.

Биатлонсы ҡыҙҙарыбыҙ Ирина Казакевич, Кристина Резцова, Светлана Миронова, Ульяна Ниғмәтуллина 4х6 эстафетаһында көмөш миҙал алды. Ә бына Рәсәй хоккей йыйылма командаһы Дания уйынсыларын 3:1иҫәбенә еңеп, ярымфиналға сыҡты.

Фото: olympics.com

Шаршамбы һөҙөмтәләре
Шаршамбы һөҙөмтәләре
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: