-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Февраль , 19:00

Рәсәй хоккейсылары финалда еңелде...

Үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙең хоккей командаһы алтын миҙал яулағайны, тик быйыл был уңышҡа өлгәшә алманылар. Хоккейсыларыбыҙ көмөш миҙалға лайыҡ булды, ә беренселек финдарға эләкте.

Рәсәй хоккейсылары финалда еңелде...
Рәсәй хоккейсылары финалда еңелде...

Шулай итеп, матч Финляндия командаһы файҙаһына 1:2 (1:0, 0:1, 0:1) иҫәбенә тамамланды. Ә еңеү эргәлә генә кеүек ине... Беҙҙең команданан Михаил Григоренко күрше ҡапҡаға шайба индерҙе, ә уға Никита Гусев менән Никита Нестеров шайбаны биргәйне.

Финдар Олимпия хоккей турнирында беренсе тапҡыр алтын миҙал яуланы, быға тиклем улар Калгари ҡалаһында үткәрелгән Олимпиадала икенсе урынға сыҡҡайны. Туринда иһә Швеция командаһынан еңелеп, бронза миҙал алғайнылар.

Әйткәндәй, Финляндия командаһында “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан Теему Хартикайнен, Саккари Маннинен һәм Маркус Гранлунд ҡатнашты. Был өсәү Евротурҙа ла үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте.

Ә өсөнсө урында, белеүебеҙсә, Словакия командаһы.

Фото: rsport.ria.ru

https://bashgazet.ru/articles/olimpiada/2022-02-20/altyn-mi-al-kemd-2700150

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в