Сараны ябыу тантанаһында Рәсәй байрағын “саңғы батшаһы” Александр Большунов күтәрҙе. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Рәсәй йыйылма командаһы (32) 6 – алтын, 12 – көмөш, 14 – бронза миҙал яуланы. Рәсми булмаған миҙалдар иҫәбендә беҙ – туғыҙынсы урында. Беренселә – Норвегия (16 алтын, һигеҙ көмөш, 13 бронза миҙал), икенселә - Германия (12-10-5), өсөнсөлә - Ҡытай (9-4-2).
Халыҡ-ара Олимпия комитеты президенты Томас Бах һәм Пекин мэры Олимпия әләмен Италияның Милан ҡалаһы вәкилдәренә тапшырҙы. Тап унда 2026 йылда сираттағы Ҡышҡы уйындар үтәсәк. Шулай итеп, 2022 йылғы Олимпия уты һүнде.
Ә 4 марттан 13 тиклем Пекин 10 көн дауам иткән 2022 йылғы Паралимпия уйындарын ҡабул итәсәк. Унда донъяның иң яҡшы 600-гә яҡын спортсыһы ҡатнаша. Спортсылар алты төр буйынса 78 ярышта, ике категорияла үҙ көстәрен һынаясаҡ: ҡарҙа спорт төрҙәре (тау саңғыһы, йүгереү саңғыһы, биатлон һәм сноуборд) һәм боҙҙа спорт төрҙәре (саналағы хоккей һәм коляскалағы керлинг).
Фото: lenta.ru