+12 °С
Облачно
Спорт
28 Июня 2022, 07:00

Паралимпиясыларыбыҙ йәйге уйындарға әҙерләнә

Башҡортостандан 44 спортсы октябрҙә Сочиҙа үтәсәк «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарында республика данын яҡлаясаҡ.

Паралимпиясыларыбыҙ йәйге уйындарға әҙерләнәПаралимпиясыларыбыҙ йәйге уйындарға әҙерләнә
Паралимпиясыларыбыҙ йәйге уйындарға әҙерләнә

Беҙҙекеләрҙән уйындарға терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған, һуҡырҙар, интеллектуаль тайпылыштары булған спортсылар барасаҡ. Улар 9 спорт төрө - еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы, коляскаларҙа фехтование, велосипед спорты буйынса ярышасаҡ. 

«Беҙҙең командала һәр спортсы еңеүгә ынтыла һәм пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелеүгә лайыҡ. Ә октябрҙә, һәр ваҡыттағыса, иң көслөләр генә еңәсәк. Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да», - ти 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, депутат Рима Баталова.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан спортсыларҙы уйынға әүҙем әҙерләнә. Уларға уңыштар юлдаш булһын!

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-27/be-e-paralimpiyasylar-a-u-yshtar-2855895

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас