-5 °С
Ясно
Спорт
24 Июля 2023, 08:00

“Беҙ бергә. Спорт”

Кисә баш ҡалала “Беҙ бергә. Спорт” тигән исем аҫтында халыҡ-ара сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары старт алды. “Өфө-Арена”һында буласаҡ уйындарҙың асыу тантанаһын бөгөн, тура эфирҙа БСТ каналы аша 19.00. сәғәттә ҡарағыҙ. Шулай уҡ ярыштарҙың барышын көн һайын сығасаҡ “Беҙ бергә. Спорт” көндәлеге аша күҙәтеп бара алаһығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Беҙ бергә. Спорт”“Беҙ бергә. Спорт”
“Беҙ бергә. Спорт”

Өфөгә 32 илдән 700 ашыу спортсы килде, Рәсәйҙең йыйылма командаһында – 495 кеше, улар өсөн ике меңдән артыҡ көйәрмән янып-көйә. Сурдлимпиясылар насар ишетеүселәр спортының 21 дисциплинаһында иң көслөләр исеме өсөн көрәшә (бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, велосипед спорты – маунтинбайк, велосипед спорты – шоссе, пуля менән атыу. Спорт ориентиры, волейбол, каратэ, тхэквандо, фубол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо. Теннис, пляж волейболы, боулинг). Ярыштар Өфөнөң 13 спорт объектында үтәсәк.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас