-5 °С
Ясно
Спорт
2 Декабря 2023, 05:00

Рәсәй кубогында тәүге алтын

Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов 10 саҡрымлыҡ спринтта беренсе урынды алды. Ярыш Ханты-Мансиҙа биатлон буйынса Рәсәй кубогы трассаһында уҙҙы. Өфө спортсыһының еңеүе тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй кубогында тәүге алтынРәсәй кубогында тәүге алтын
Рәсәй кубогында тәүге алтын

Эдуард Латипов 10 саҡрым арауыҡты 24:26.1 эсендә үтте. Икенсе булып финишҡа Евгений Сидоров (Красноярск крайы) килде +2.8 (0).Өсөнсө урынды Антон Смольский (Беларусь) алды +9.2 (0).

Ханты-Мансиҙа ныҡ һыуыҡ булыуын, бындай шарттарҙа уҙыштың еңел бирелмәүен билдәләне.

«Еңеүемә шатмын, тырышлығым юҡҡа түгел. Бөгөн ҡыштың тәүге көнө, хәйер, беҙҙең өсөн ул бер ай дауам итә инде. Кәйеф яҡшы, миҙгел уңышлы башланды», — сказал Эдуард Латыпов.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас