+16 °С
Облачно
Спорт
28 Сентября , 05:20

Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә арналды

Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында волейбол буйынса турнир үтте. Ул матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре, «Башҡортостан» ДТРК-ның директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә арналды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә арналдыУйылдан Ғәлин иҫтәлегенә арналды
Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә арналды

Уйылдан Ғәлин 2024 йылдың сентябрендә ҡапыл 45 йәшендә вафат булды. Ул башҡорт журналистикаһы үҫешенә ҙур өлөш индерҙе һәм коллегалары араһында яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы.

Ярышта республика журналистары — телевидение һәм радио хәбәрселәре, гәзит-журналдар мөхәррирҙәре, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе, Уйылдан Ғәлиндың яҡындары һәм Ишембай районы хакимиәте йыйылма командалары ҡатнаша

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды ауыл халҡы командаһы яуланы, улар икенсе йыл рәттән чемпион исеменә тап төшөрмәй. Турнирҙың иң өлкән ҡатнашыусыһы радио һәм телевидение ветераны Рафаэль Юнысов булды — уға 78 йәш.

Бөтә командалар кубоктар, миҙалдар, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.   

Һүрәттә: журналистар командаһы.

 

Автор:
Читайте нас