Был пирог өсөн кәрәк: 1 стакан он, 1 стакан кефир йәки кибет ҡаймағы, 2 йомортҡа, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ сода. Эслек - сейә, абрикос һ.б.
Кефирға сода һалып 5 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Башҡа ингредиенттарҙы ҡушып, яҡшылап болғатырға. Майланған табаға он һибеп, ҡамырҙың яртыһын ҡойорға. Эслекте тигеҙ итеп һалып сыҡҡас, өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы һалырға. 35 минут самаһы бешә.
Сығанаҡ: ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР