Дөгө иҙелеп китмәһен өсөн, һыуға 2-3 ҡашыҡ һөт өҫтәргә кәрәк. Тәрән суйын һауытта бешерергә тырышығыҙ. Йоҡа кәстрүл тигеҙ йылынмай, шуға күрә бутҡаның аҫты көйөргә, ә өҫтө бешмәй ҡалырға мөмкин. Әгәр дөгө бешәсәк һыуға алдан әҙерәк аш һеркәһе өҫтәһәң, ул аҡ һәм тәмле була. Бутҡа ҡуйырып китә икән, болғата-болғата ҡайнар һөт йә иһә һыу өҫтәргә кәрәк.
Ярманы йыуғас, икенсе көнгә ҡалдырмағыҙ. Уның тәме һәм еҫе үҙгәрә, улай ғына ла түгел һыуын эсә.
Бутҡа бешереү өсөн, фильтрланған һыу ҡулланырға тырышығыҙ. Кран һыуында бешкән бутҡанан төрлө тимер, хлор тәмдәре килергә мөмкин. Бешерер алдынан, ярмаларҙы 100-150 градусҡа тиклем йылытылған мейестә ҡыҙҙырып алһағыҙ, улар таралып торор. Ана шулай эшләгәндә ярмаларының файҙалы үҙенсәлектәре лә арта.
Фото: mykishechnik.ru