-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Йыуанан бәлеш

Йыуа сығырға тора. Унан бик тәмле бәлеш әҙерләйбеҙ. 100 грамм аҡ майҙы 2 – 2,5 стакан он менән ыуабыҙ, 1 йомортҡаны 1 семтем тоҙ менән туҡып, 1 стакан үҙ аллы ойоған һөткә ярты балғалаҡ аш содаһы һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ ҙа бер аҙ һалҡынға ҡуйып торабыҙ. Ул арала эслек яһайбыҙ.

Йыуанан бәлеш
Йыуанан бәлеш

1 тотам йыуаға 4-5 бешкән йомортҡа, 200 грамм эремсек менән ярты балғалаҡ тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһен табаға йәйәбеҙ. Эслекте тигеҙләп һалып, икенсе йәймә менән ҡаплайбыҙ. Бәлеште мейестә 35 – 40 минут бешерәбеҙ.

Гүзәл АҘАНҒОЛОВАНАН.

Автор:
Читайте нас: