Байрам 2011 йылдан алып ойошторола. Өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү һәм ҡышҡа аҙыҡ запасы туплау урыны ул. Өҫтәүенә бушлай һөт эсерәләр. Әлеге заманда һулар һауанан башҡа буш нәмә күргәнегеҙ бармы? Ана, ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, быйыл да барлығы 12 тонна, йәғни 60 мең стакан һөт эскәндәр. Бер юлы ете-һигеҙ стакан еппәреп, һуңынан бәҙрәф эҙләп йүгергеләүселәрҙе иҫәпкә алмағанда, был һый барыһына ла оҡшаны. Ауылдан бер танышым ошо байрамға тип махсус рәүештә килгән. Ауылда һыйыр тотоусы юҡ, һөт эске килде, ти.
Быйыл байрамды Дуҫлыҡ Монументы янында, Ағиҙел буйында ойошторғандар. Әлбиттә, бында машиналар ҡуйыу урындары күп булмағас, тимер аттарҙы ике-өс саҡрым алыҫлыҡта ҡуйып, һөт фестивале майҙанына йәйәү тәпәйләргә тура килде. Йәйәү йөрөү ныҡ файҙалы бит. Шуға күрә быныһына ла үпкәләп булмай.
Ҡайһы берәүҙәр йәрминкәлә йөрөп ҡолаҡ тондо, музыканы ныҡ аҡырталар тип үпкәләләгән була. Бәй, хәҙер бит аптекаларҙа ҡолаҡҡа тыҡҡыс махсус ҡулайламалар һатыла. Уның менән концерттарға, туй-фәләнгә лә йөрөүе йәтеш. Нишләптер, хәҙер музыканы бөтә көскә асыуҙы ғәҙәт итеп алдылар шул. Халыҡты һаңғыратыуларға итәләр, буғай, артығын ишетмәһендәр тип тырышалар, ахыры. Ә бына хаҡтар ныҡ ҡыйбат тиеүҙәре менән килешмәйем. Ҡатын менән икәүләп икешәр сумка һөт ризыҡтары тейәп ҡайттыҡ. Бер ҙә ҡыйбат түгел. Дөрөҫ, яңы телевизорға тигән аҡсаны тиненә тиклем тотондоҡ. Дөрөҫ эшләнек. Телевизор ҡарамайса йәшәп була, ә бына көнөнә өс ашамайса йәшәрһең! Йәшәһен йәрминкәләр!
Марат Әминев.
Александр Данилов фотоһы.