-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
25 Сентябрь 2023, 12:08

Ҡаҙ ҡаҡлау тәртибе

Ә һеҙ ҡаҙҙы нисек ҡаҡлайһығыҙ? 

Ҡаҙ ҡаҡлау тәртибе
Ҡаҙ ҡаҡлау тәртибе

Ҡаҙҙы туңдырғыстан алып иретергә, йыуырға, бер аҙ ҡороторға. Тоҙҙо йәлләмәйсә эсенә һәм тышына ышҡырға, эсенә тоҙ һалып ҡалдырырға. Шулай иткәндә эсе күгәрмәй. Ҡағыҙ ҡапсыҡҡа һалырға, йәки марляға урарға, баулап еләҫ урынға элеп ҡуйырға. Май айында ҡаҙҙың эсенән тоҙон алырға, йыуырға һәм өҫтөн ҡайнар һыу менән сайырға. Ҡояш яҡшы төшкән урында 2-3 көн тотҡандан һуң, йәғни майы үтә күренмәле була башлағас - ҡаҡланған ҡаҙ әҙер!

Гөлүзә Василова.

Автор:
Читайте нас: