Башта кәбеҫтәне ваҡ итеп турап, ҡырғыстан үткәрелгән кишер һәм укроп һалып, 3 литрлы таҙа банкаға тултырабыҙ (ләкин артык тығыҙламайбыҙ).
Маринад өсөн: ҡайнап һыуытылған 1 литрҙан артығыраҡ һыуға (1 литр+1 стакан) 1,5 аш ҡалағы тоҙ һалып кәбеҫтәле банкаға ҡоябыҙ. Өҫтөн япмайынса 2 көн тотабыҙ. Был ваҡыт эсендә һыу банканан ағып сығырға мөмкин. Шуға күрә банканы табаҡҡа ултыртығыҙ. Ағып чыҡҡан һыуҙы кире банкаға һалабыҙ. Ике көндән һуң кәбеҫтә тултырылған һауыттағы һыуҙы кире ҡойоп, 1,5 шәкәр һалып, ҡайнатып сығарып һәм һыуытып, кире банка һалабыҙ. Бындай ысул менән тоҙланған кәбеҫтә телеңде йоторлоҡ тәмле була.
Фото: vazhnoznat.com