-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ер еләге бәлеше

Бына кисә лә тап ҡәрсәйемдеке кеүек итеп бәлеш һалып алырға булдым. Килеп сыҡты, шикелле. Әсәйем ебәргән ауыл ҡаймағын ҡушып, тәмләп, рәхәтләнеп сәй эсеп алдыҡ.Тәмле рецепты һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Ер еләге бәлеше
Ер еләге бәлеше
Еләк бешеү менән ҡәрсәйем иртән иртүк урманға сығып китер ҙә, беҙ тороуға бер бәләкәй күнәк менән ер еләге йыйып алып ҡайтыр ине. Ә төшкө ашҡа өй эсе тәмле бәлеш еҫенә тула. Бөтә ғаилә менән ҡаймаҡлап тороп бәлеш менән сәй эсергә йыйылабыҙ. Аҙнаһына 3-4 рәт шулай еләк йыйып бәлеш бешерә торғайны.
"Туйғансы ашағыҙ", тиер ине һөйөклөбөҙ.
Бына кисә лә тап ҡәрсәйемдеке кеүек итеп бәлеш һалып алырға булдым. Килеп сыҡты, шикелле. Әсәйем ебәргән ауыл ҡаймағын ҡушып, тәмләп, рәхәтләнеп сәй эсеп алдыҡ.
Тәмле рецепты һеҙгә лә тәҡдим итәм.
Ҡамыр өсөн:
2 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ,1 балғалаҡ аш содаһы, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты стакан көнбағыш майы, 100 грамдай иретелгән май, 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, шул сама майонез, бер стакан йә стакан ярым (он күләменә ҡарап) йылы һөт, 1 стакан һыу, он.

Эслек өсөн ер еләген таҙартып ҡаймаҡ, шәкәр ҡушып, артыҡ иҙмәй генә болғатабыҙ.
Юғарыла һанап үтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫаһың да (ҡулға йәбешергә тейеш түгел), бер аҙға һыуытҡысҡа алып ҡуяһың.
Ул арала табаларҙы әҙерәк йылытып, майлап әҙерләй торһаҡ та була. Табаға ҡамырҙы йәйеп, эсенә еләк һалып, өҫтөн ҡаплап, ситтәрен матур итеп семәрләп бөгөргә лә, уртаһын тишеп, эҫе мейескә ҡуйырға. Бәлеш тиҙ бешә, ярты сәғәт- ҡырҡ минут тирәһе ваҡыт үтеп, өҫтө ҡыҙарғас, мейестәр алырға ла була. Ныҡ эҫе килеш ҡырҡырға ярамай, еләк һуты ағып бөтә. Шуға ла әҙерәк һыуынғанын көтөп, үткер бысаҡ менән генә матурлап киҫеп,ҡаймаҡ менән мәтрүшкәле сәй янына бирергә мөмкин.

 
Бәлеш тиҙ һәм еңел әҙерләнә,иң мөһиме - тәмле!
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
 
 
Гөлсәсәк ПСӘНЧИНА.
Автор:
Читайте нас: