-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Фильмдар
28 Декабрь 2022, 16:00

«Калдырма, әсәй!» нәфис фильмын төшөрөү өсөн кастинг иғлан ителде

Өфөлә яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Калдырма, әсәй!» повесы буйынса тулы метражлы нәфис фильмын төшөрә башлайҙар. Был хаҡта Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева хәбәр итте. Проектты республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы башлай. Фильмды төшөрөү ғинуар аҙағында башлана. Режиссеры – Вилүрә Иҫәндәүләтова.

«Калдырма, әсәй!» нәфис фильмын төшөрөү өсөн кастинг иғлан ителде
«Калдырма, әсәй!» нәфис фильмын төшөрөү өсөн кастинг иғлан ителде

Кастингтың мотлаҡ шарттары: малайҙар өсөн 11-14 йәш, ҡыҙҙар өсөн 11-13 йәш; урыҫ телендә матур итеп аралашыу. Кастинг видеояҙмалар буйынса уҙғарыла. Ғаризалар республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан ҡабул ителә. Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр исем-шәрифен, йәшен, буйын/ауырлығын атарға һәм үҙҙәре хаҡында һөйләргә йәки ҡыҫҡа шиғыр уҡырға тейеш. Яҙма 2-3 минуттан артмаҫҡа һәм яҡты ут аҫтында төшөрөлөргә тейеш. Бәйләнеш өсөн телефонды күрһәтергә кәрәк. Видеояҙманы ошо почтаға [email protected]ебәрергә.

Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик китабы балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең тормошо хаҡында бәйән итә. Повесть күп телдәргә тәржемә ителгән, уҡыу программаларына индерелгән, бестселлер тип иғлан ителгән. Ошо әҫәр буйынса спектаклдәр Башҡортостан, Татарстан, Бүрәтстан, Тыва, Ҡалмыҡстан һәм Ҡаҙағстан театрҙарында ҙур уңыш менән бара

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: