-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Декабрь 2021, 12:00

Балалар поликлиникаһы төҙөлә

2022 йылда Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы эргәһендә балалар поликлиникаһы бинаһын төҙөү планлаштырыла.

Балалар поликлиникаһы төҙөлә
Балалар поликлиникаһы төҙөлә

Республика Хөкүмәте ҡарары менән уның төҙөлөшөнә 440 миллион һумдан артыҡ аҡса бүленгән, шуның 372 миллионы – федераль ҡаҙнанан.

– 300 кешегә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырыу бәләкәй пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеүҙең сифатын һиҙелерлек яҡшыртыуға мөмкинлек бирәсәк. Был – беҙҙең өсөн бик мөһим һәм кәрәкле объект, – тине район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Бинаны төҙөү “Сәләмәтлек һаҡлау” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә томошҡа ашырыла. 2021 – 2025 йылдарға әлеге проекттың төбәк бюджеты 19,8 миллиард һәм тәшкил итәсәк, шуның 3 миллиардын республика бүлеп бирә.

Фото: https://bash.news/           

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: