+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2022, 16:00

Журналист һөнәре һәр ваҡыт көнүҙәк

Ошо көндәрҙә “Мәғариф” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә Нуриман районының Ҡыҙылъяр урта мәктәбе уҡыусылары Бөтә Рәсәй йәш хәбәрселәр фестивалендә ҡатнашты.

Журналист һөнәре һәр ваҡыт көнүҙәк
Журналист һөнәре һәр ваҡыт көнүҙәк

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика кафедраһы ойошторған сара онлайн-форматта үтте. Республиканың төрлө уҡыу йорттарынан барлығы 36 команда ҡатнашты. Улар визит картаһы, ораторлыҡ оҫталығы, викторина кеүек бәйгеләрҙә ярышты. Нуриман районы уҡыусылары һынатманы, лайыҡлы сығыш яһаны.

“Бөгөнгө көндә хәбәрсе һөнәре көнүҙәк булып ҡала. Ошондай фестивалдәр балаларға был һөнәрҙә үҙҙәрен һынап ҡарар өсөн мөмкинлек бирә. Бәлки, уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре киләсәктә яҙмыштарын журналист һөнәре менән бәйләр”, – тине Ҡыҙылъяр урта мәктәбе директоры Азат Ноғоманов.

Фото:srk.nationalpriority.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: