Мәктәптә тейешенсә белем һәм тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Уҡыу йортон тантаналы асыуҙа ҡатнашҡан республика башлығы Радий Хәбиров та быны билдәләп үтте.
Республикала демографик хәл бик шәптән түгел, күпселек райондарҙа һәм ҡалаларҙа балалар һаны кәмей. Ә бына Өфө, Иглин һәм йәнә бер нисә районда белем биреү усаҡтары етешмәй – халыҡ һаны даими рәүештә арта бара. Яңы мәктәп 1225 кешегә иҫәпләнһә, унда киләһе уҡыу йылында 2500 уҡыусы белем аласаҡ. Бына ошо хәл генә мәсьәләнең ни тиклем киҫкен булыуын күрһәтә. Ата-әсәләр әйтеүенсә, яңы мәктәпкә тиклем әлегәсә йәмәғәт транспорты ла йөрөмәй. Урындағы етәкселек был проблеманы тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирә.
Фото: Башинформ.