+1 °С
Ясна

АЛМАНАН ЖЕЛЕ

Кәрәк: 3,5 килограмм алма;1,5 литр һыу;2,400 грамм самаһы шәкәр (1 литр һауытҡа 1,200 грамм шәкәр).

Добавить в предпочтительные источники Google
АЛМАНАН ЖЕЛЕАЛМАНАН ЖЕЛЕ
АЛМАНАН ЖЕЛЕ

Эш барышы: Алмаларҙы йыуып, бер нисө киҫәккә бүләбеҙ һәм өҫтөнә һыу ҡойоп, талғын утта 2 сәғәт бешерәбеҙ. Болғатып торабыҙ. Бешкән алманы ике ҡатлы марляға һалып, табаҡ өҫтөнә элеп ҡуябыҙ. Ҡул менән сығарырға кәрәкмәй. Алманан сама менән 2 л һут сыға. Шуға ярты өлөш шәкәрҙе ҡушып, талғын утта 20 минут ҡайнатабыҙ. Ҡалған шәкәрҙе өҫтәп, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Желене уттан алып, ҡайнар килеш банкаларға тултырабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, ҡапҡас ҡаплайбыҙ.

Тәм өсөн бешергән ваҡытта бер тотам бөтнөк үләне өҫтәргә мөмкин.

Фото: Pinterest

Автор:
Читайте нас