-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

“Пушкин картаһы” менән – киноға, концертҡа...

Ил Башлығы Владимир Путин тарафынан булдырылған “Мәҙәниәт” дөйөм дәүләт проекты саралары мәҙәниәт учреждениеларына йөрөүселәрҙе, шулай уҡ граждандарҙың мәҙәниәт өлкәһендәге һанлы ресурстарға мөрәжәғәттәрен арттырыуға йүнәлтелгән.

“Пушкин картаһы” менән – киноға, концертҡа...
“Пушкин картаһы” менән – киноға, концертҡа...

“Пушкин картаһы” программаһы үҫеп килгән быуынды мәҙәни тормошҡа йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйылғы февралдән карта эйәләре Мәҙәниәт министрлығы йә иһә Кино фонды ярҙамында булдырылған үҙебеҙҙәең кино сеанстарына билеттар һатып алыу мөмкинлеге алды, карталағы 5 мең һумдың 2 меңен фильмдарға тотонорға мөмкин. 

Тағы ла бер шәп яңылыҡ, 9 апрель 19:00 сәғәттә үтәсәк Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсуриндың концертына ла билеттарҙы “Пушкин картаһы” программаһы буйынса алыу мөмкинселеге бар!

Фото: Фото: www.kino-teatr.ru/, schoolzel.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в