Унда Башҡортостандан ғына түгел, ә Екатеринбург, Сорғот һәм Ырымбур ҡалаларынан да ҡатнашыусылар булған. Бәйге ҡағиҙәләре ябай ғына: ҡармаҡ тотҡан һәр балыҡсы өс тапҡыр бер километрлыҡ араны йүгереп үтергә, шуның араһында ике тапҡыр балыҡ тотоу урынына туҡталып, ике балыҡ тоторға тейеш. Махсус ем менән ойоштороусылар тәьмин иткән. Һөҙөмтәлә туғыҙ балыҡсы икешәр балыҡ тотҡан, ә ҡалған урындар өҫтәмә йүгереү аша билдәләнгән. Нуриман районы хакимиәте башлығы кубогын Өфөнән Максим Чернов яулаған. 2-се булып Рөстәм Хаялдинов (Өфө) килгән, ә 3-сө урын Ырымбурҙан Леонид Фәйезовҡа эләккән. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң яҡшы балыҡсы булып Светлана Дементьева (Өфө) билдәләнгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-08-02/nuriman-rayonyny-pavlovka-yu-a-la-ysynda-rybatlon-yaryshy-tte-2895205