+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
15 Сентябрь 2022, 11:20

“Нева һылыуы – 2022”

“Өфө ҡыҙы Илмира Сәлимова Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Нева һылыуы – 2022” Халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант бәйгеһендә еңеүсе титулын яуланы”.

“Нева һылыуы – 2022”
“Нева һылыуы – 2022”

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге рәсми битендә ошо хаҡта яҙған: “Илмира менән танышҡас, ул мине үҙенең иҫ киткес тәүәккәллеге һәм көслө рухлы булыуы менән таң ҡалдырғайны. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, күп кенә ауырлыҡтар кисергән. Әммә Илмира бер ҙә бирешеп бармай, тормошто һөйә, уның эсендә ҡайнап йәшәй. БашДУ-ның тарих һәм дәүләт идараһы институтында белем ала. Римма Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскаларҙағы фехтование секцияһында шөғөлләнә. Һәм бына ошондай иҫкиткес матур сараларҙа ҡатнаша.

Илмира, мин һеҙгә ышандым һәм барыһы ла уңышлы булыуына бик шатмын. Һоҡланам һәм ысын күңелдән еңеүегеҙ менән ҡотлайым!”

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: