-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
10 Апрель 2023, 12:00

«Атай ҡаһарманлығы» бәйгеһенә ғаризалар ҡабул ителә башланы

Республикала «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә республика бәйгеһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ғаризаларҙы «Йәмәғәт тормошо үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә республиканың Йәмәғәт палатаһы ҡабул итә.

«Атай ҡаһарманлығы» бёйгеһенә ғаризалар ҡабул ителә башланы
«Атай ҡаһарманлығы» бёйгеһенә ғаризалар ҡабул ителә башланы

Документтар 10 апрелдән 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы Башҡортостанда биш йылдан ашыу даими йәшәгән һәм Рәсәй граждандары булған, үҙҙәренең йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған (йәки опекаға һәм попечителлеккә) балалар тәрбиәләгән ир-егеттәр тапшыра ала. Унда тыуған ҡалаһының йәки районының, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, йәмғиәттә әхлаҡлылыҡ тураһында хәстәрлек күргән, традицион ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеүсе, сәләмәт тормош алып барған, ҙур шәхси ҡаҙаныштары булған һәм балалары тормоштоң төрлө өлкәләрендә, мәҫәлән, спортта, уҡыуҙа, фәндә, сәнғәттә, производствола ҙур уңыштарға өлгәшкән атайҙар өҫтөнлөк аласаҡ.

4 октябрҙә – Атайҙар көнөндә бәйгегә  йомғаҡ яһаласаҡ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: