Йәкшәмбе, 30 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм фаразланмай. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көнсығыш райондарҙа 0°, көндөҙ +21,+26°.
Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд быйыл май айының йылы буласағын фаразлағайны.
«Төньяҡ-Көнбайыш федераль округының көнсығышында, Уралда, Волга буйында, Көнбайыш Себерҙең төньяғында температураның норманан юғарыраҡ булыуы ихтимал», — тип уның һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Ошондай фаразға ҡарамаҫтан, ҡырау төшөүе мөмкин, тип иҫкәртте Роман Вильфанд.