+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
15 Май 2023, 13:00

Йәш музыканттар өсөн конкурс

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы йәш музыканттар араһында "Елкән" өсөнсө асыҡ телевизион конкурсын ойоштора. Ул Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үткәрелә. 

Йәш музыканттар өсөн конкурс
Йәш музыканттар өсөн конкурс

"Елкән"гә 8 - 14 йәшлек, бығаса әлеге бәйгелә ҡатнашмаған балалар түбәндәге номинациялар буйынса ғариза бирә ала:

- фортепиано;

-ҡыллы уйын ҡоралдары;

-тынлы уйын ҡоралдары;

-халыҡ уйын ҡоралдары.

Конкурстанттар башҡорт композиторҙарының йәки профессиональ музыканттар эшкәртеүендәге халыҡ көйҙәрен башҡарырға тейеш. 

"Елкән" өс турҙан тора: видеояҙмалар буйынса һайлап алыу туры; конкурс туры; финал. Йомғаҡлау концертында Милли симфоник оркестр менән ҙур сәхнәлә уйнау мөмкинлеге биреләсәк. 

Ҡатнашыу өсөн заявкалар 2023 йылдың 15 июненә тиклем ҡабул ителә.

Фото: vk.com.

https://yanshishma.com/articles/b-ygel-r/2023-05-13/y-sh-muzykanttar-s-n-konkurs-3256714

Автор:
Читайте нас: