Ресторанда официантҡа:
– Һеҙҙең даими клиенттарығыҙ бармы?
– Ә улар кемдәр?
– Һеҙҙең ресторанға даими йөрөүселәр.
– Бар. Клиенттар ағыуланғанда “ашығыс ярҙам” табиптары гел килә.
***
– Улым, тиҙҙән юғары белем тураһында диплом аласаҡһың, алған белемең менән миңә тиңләшәсәкһең.
– Атай, һинең урта белем генә бит.
– Эш ана шунда шул...
***
Кешеләр һыуыҡ батареяларға зарланған һайын, ЖЭУ начальнигы уларҙы йылы һүҙҙәр менән йомарт йылыта.
***
Атай кеше өс улы менән бесән сабырға барған. Күңеле булған ҡарт барыһына ла берәр стакан араҡы ҡойоп биргән. Бер аҙҙан улдарына әйткән:
– Балаҡайҙарым, хәҙер эшләргә ваҡыт!
Өлкән улы, көлөмһөрәп:
– Һин, атай, ҡыҙыҡһың да инде, саҡ ҡына төшөрөп алһаң, юҡ-бар һөйләргә тотонаһың.
***
– Асығыҙ, полиция!
– Үҙегеҙҙең асҡысығыҙ юҡмы ни?