+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Июль 2023, 11:00

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына документтар ҡабул ителә

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия документтар ҡабул итеү хаҡында белдерә. Положениеға ярашлы, премиялар 2022 йылдың сентябренән 2023 йылдың авгусына тиклем донъя күргән иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына тапшырыла.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына документтар ҡабул ителә
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына документтар ҡабул ителә

Республика Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, премияға репортаждар, очерктар, документаль повестар һәм публицистик мәҡәләләр; теле- һәм радиотапшырыуҙар; республика, Рәсәй йәки сит ил баҫмаларында йә иһә электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан фотоһүрәттәр; айырым китап булып нәшер ителгән материалдар тәҡдим итергә мөмкин.

Эштәр 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 111-се офис (Матбуғат йортоноң  1-се ҡаты). Телефон  (347) 276-42-66.

Конкурста ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Журналистар союзының сайтында алырға мөмкин. Белеүебеҙсә, журналистар өсөн премияның суммаһы 500 мең һумға тиклем арттырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:
Читайте нас: