+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
9 Сентябрь 2023, 18:40

Бөгәсә төш күрҙем әле

Мәрхүмдәр төшкә керһә, хәйер бирергә кәрәк. Үҙе менән саҡырһа, барырға ярамай. Берәй нәмә тапшырһа — яҡшыға, киреһенсә, алһа — насарға...

Бөгәсә төш күрҙем әле
Бөгәсә төш күрҙем әле

Мәрхүмдәр төшкә керһә, хәйер бирергә кәрәк. Үҙе менән саҡырһа, барырға ярамай. Берәй нәмә тапшырһа — яҡшыға, киреһенсә, алһа — насарға... Мәрхүмде төшөндә күреүселәр был хәлде нимә менән генә бәйләмәй. Берәүҙәрҙең һүҙҙәренсә, төштө тик яҡшыға ғына юрарға кәрәк, икенселәр уны һөйләргә тыя. Кемеһе хаҡлы? Һәр кемдең үҙ ҡарамағындалыр. Төштәр ышанғанға ғына ишара була ала. Был тарихтар шул турала.

Өләсәйем, фалиж һуҡҡандан һуң, баҡыйлыҡҡа күсте. 40 көнө үтмәгән ине. Бер заман иҫке, алама кейемдәрен яҡтым. Шул уҡ төндә өләсәй төшөмә керҙе. Ишек төбөндә ялан күлдәк тороп алған да миңә үсегә: “Эй, балам, миңә кейерлек бер кейем ҡалдырманың бит...” Иртәгеһенә яңы күлдәк алып, хәйергә бирҙем.
Бер ваҡыт һыйырыбыҙ ауырып китте. Һуйһаң да, былай ҡалдырһаң да йәл. Инде нимә эшләргә белмәй йөрөгәнемдә төшөмә тағы өләсәй килеп керҙе. Рәхәтләнеп һыйырымды һауа икән, имеш. Күп тә үтмәне, өс еленгә ҡалһа ла, малҡайыбыҙ шәбәйҙе.

Әсәйемдең үлемен ауыр кисерҙем. Күҙ йәштәрен бер нисә көн тыя алмай иланым да иланым. Шул саҡ ул төшкә керҙе. “Һин илағас, миңә ҡыйын”, — тигән була. Ҡустыма ла төшөндә шулай тигән. Унан һуң зыяратты һыу баҫҡан тип тә күрҙем.
Әсәйемде ерләп, ике-өс көн үткәс, төшөмә йәнә килде. Ҡәнәғәтһеҙ итеп хәбәр һөйләй, кемделер әрләй: “Анау кеше өҫтөмә менеп киләсе! Әллә аптырап бара инде?!” Аҙаҡ ҡына ҡәбер ҡаҙғандарында икенсе кеше һөйәктәренә юлыҡҡандарын белеп ҡалдым.

Төпкөл ауыл, ҡыш. Тәүгә ауырлымын. Ирем район үҙәгендә тәүлекләп эшләй. Ул юҡ саҡта борсолоуҙар башлана: “Ауырып ҡына китмәйем! Нисек дауаханаға барып етәм? Нисек шылтыратам? Тиҙ ярҙам да был тиклем көрттәрҙә килеп етмәҫ...”
Ул ваҡытта дини китаптарҙы рәхәтләнеп уҡый инем, айырыуса бер ғалимдың эштәрен үҙ иттем. Шуға ла хәлемдән килгәнсә еңеллек һорап, доғалар ҡылдым.
Бер төн төш күрәм. Теге яратып уҡыған ғалимым миңә хат яҙған, имеш: “Өс көндән бала табаһың, ҡалаға бар!” Иремә һөйләгәйнем, шул көндә уҡ алып сығып китте. Туғандарға барып ятып торҙом. Тағы ла ике аҙна бар ине, әммә, ысынлап та, теүәл өс көндән уллы булдыҡ! Төшөм ысынбарлыҡҡа сыҡты.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: