+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Октябрь 2023, 11:00

Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә

Был осраҡлы ғына был яҡта үткәрелмәй, Илнарҙың атаһы Илдар Булат улы сығышы менән ошо ауылдан. Ҡайҙа, ҡасан, ниндәй шарттарҙа үткәрелә? Кемдәр ҡатнаша ала?

Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә
Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә

2023 йылдың 21 октябрендә 11:00 сәғәттә Дыуан районының Арый мәҙәниәт йортонда “Сыңлы үксә” конкурсы үтәсәк.

Унынсы юбилей фестивале тыуған иле өсөн батырҙарса һәләк булған Сибай филармонияһы бейеүсе Илнар Илдар улы Хәтмуллинға бағышлана. Был осраҡлы ғына түгел, Илнарҙың атаһы Илдар Булат улы сығышы менән Арый ауылынан.

Фестивалдә ҡатнашыуға ойоштороу-хоҡуҡи формаларына һәм милек формаларына ҡарамаҫтан, шәхси башҡарыусылар һәм хореография коллективтары саҡырыла. Фестивалдә 6 йәштән 25 йәшкә тиклемге теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

- Конкурста йылдағыса Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәге – Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле һәм Дыуан райондарынан ҡатнашыусылар көтөлә. Йыл һайын конкурстанттар күп була. Быйыл да заявкалар килә, – тине Арый мәҙәниәт йорто мөдире Юлиә Йомағужина.

Тулыраҡ: https://vk.com/public199229841

Рузилә Ҡолөмбәтова.
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-10-17/konkurs-batyr-arsa-l-k-bul-an-ilnar-h-tmullin-a-ba-yshlana-3482128
Автор:
Читайте нас: