-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Декабрь 2023, 16:33

"Һәнәк"кә яҙыл да, бүләк от уйынын йомғаҡланыҡ.

Мөхтәрәм йәмәғәт! Ишетмәй, күрмәй ҡалмағыҙ! Яҡыныраҡ килегеҙ! Ултырҙығыҙмы? Юҡ, төп башына түгел. Һәнәк ағайығыҙҙың эргәһенә. Хәҙер, хәҙер башлап ебәрербеҙ. Нимәнеме? Һуң, лотерейҙы. Билетлылар, эһем, эһем, йәғни "Һәнәк"кә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәреүселәр, бармы арағыҙҙа? Берәү-икәү генәме? Ҡалғандарҙы ла саҡырығыҙ әле, белмәй ҡалмаһындар. Бөтәһе биш тиҫтә ине улар. Кеше килә торһон, ә беҙ башлай торайыҡ. Сайтыбыҙға рәхим итеп, видеоны тоҡандырығыҙ. Үҙегеҙ менән ҡыҙған кукуруз алдығыҙмы? Нимәне булһын инде, шул попкорнды инде. 

"Һәнәк"кә яҙыл да, бүләк от уйынын йомғаҡланыҡ.
"Һәнәк"кә яҙыл да, бүләк от уйынын йомғаҡланыҡ.

Видео-конкиҙы, әй, роликты, иғтибар менән ҡаранығыҙмы? Күрҙегеҙме, кемдәргә уңыш йылмайыуын? 

Бына улар: Миләүшә Ҡаһарманова менән Айгиз Баймөхәмәтов отҡан икән тип уйлай күрмәгеҙ. Миләүшә Ҡаһарманова менән Айгиз Баймөхәмәтовтың бер түгел, ете повестар йыйынтығын Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан Венер Әбдрәхимов, Баймаҡ районы Темәс ауылынан Вәхит Ишбулатов һәм мәктәп китапханаһы, Әмин ауылынан Нәзифә Йосопова, Сибайҙан Әлнисә Кәримова, Баймаҡ ҡалаһынан Риана Вәлиева, Ғафури районы Һабай ауылынан Фәнзил Хәбибуллин уҡыясаҡ. Һай, баймаҡтар өлгөр! Темәстән Вәкил Ишбулатов менән Иҫке  Сибайҙан Рәфил Ғәлиәхмәтов аш-һыу бүлмәһендә иң кәрәкле әйберле - электрон үлсәүле булды. "Һәнәк" уҡығанда сәй эсеү тыйыламы икән, юҡмы, уныһын белмәйем. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Вилюр Ишбулатовҡа электрҙан эшләүсе һәм ҡайһы саҡта, хужаһы сәй эскәндә, ял итеүсе сәйнүк эләкте. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Гүзәл Абдуллинаға махсус бүләктәрҙең тағы береһе - ҡәҙимге, талдан үрелгән йорт тәтене. Эйе, тауыҡтарҙың да ояһы була. Шундай йорт. Бүләген Темәс ауылында йәшәүсе оҫта, авторыбыҙ Әхәт Ишбулатов үҙе үргән. Сибайҙан Ибраһимов Ю.А. исемле уҡыусыбыҙға үтек төштө! Тағын бер шәп бүләк - бер өс литрлыҡ бал шағир дуҫыбыҙ - Ринат Сөләймәновҡа оса! Ринат, бүләгеңде алырға килгән сағыңда күстәнәсле пакетыңдың ныҡлығын алдан ҡарап, тикшереп кил, бал ауыр ул.  Ә вафли пишинйәһен бешерә торған ҡулайлама Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатирик Мар. Сәлим ағайыбыҙ бәхетенә эшләнгән икән! Ағайыбыҙға теләгебеҙ шул, тәмле-татлы ашап, төртмә теле осоноп ҡуймаһын инде. Беҙҙе үҙенең яңы-яңы әҙәби памиҙурҙары һәм публицистик боростары менән ҡыуандырып торһон! 
Еңеүселәр, барығыҙҙы ла ҡотлайым! Бүләктәрегеҙҙе килеп алыу тураһында онота күрмәгеҙ берүк. Адресты беләһегеҙ, телефондарығыҙҙың хәтеренә беҙҙең телефондарҙы ла һаҡлап ҡуйығыҙ: 89371699624 (ватсап); 8347292-77-60.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт ә ҡатнашмаусыларға нимә тип әйтәйек инде... Шулай уҡ рәхмәт... Икенсе ярты йыллыҡта һеҙҙе лә уҡыусыларыбыҙ сафында күрергә теләйбеҙ.   

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: