+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Ғинуар , 11:00

Балаларға шәп бүләк!

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте бәләкәстәргә Яңы йылға матур бүләк әҙерләгән. “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” аудиопроектында “Йомро-йомро йомғағым”ды бөгөнгө батырҙарыбыҙ – Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре уҡып ишеттерә.

Балаларға шәп бүләк!
Балаларға шәп бүләк!

Бала саҡта изгелектең яуызлыҡты еңеүе, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, тыуған иле алдында булған бурысты үтәү тураһында әкиәттәр уҡып үҫкән, хәҙер иңгә-иң терәшеп Ватанын һаҡлаған яугирҙәрҙән тыш аудиопроектта билдәле шәхестәр ҙә ҡатнаша. Улар араһында “Агата Кристи” төркөмөнән Вадим Самойлов, PIZZA төркөмөнән Сергей Приказчиков, Рәсүл Ҡарабулатов, Флүрә Музина, Zainetdin бар.

Әкиәттәрҙе түләүһеҙ “Китап” нәшриәте сайтында, Яндекс Музыка, ВК-музыка, МТС музыка, iTunes һанлы платформаларында тыңларға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: