+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Ғинуар , 17:45

"Бөтә ғаилә менән" проектында ҡатнашығыҙ!

15 декабрҙә Рәсәйҙә «Бөтә ғаилә менән» ҙур ғаилә проекты башланды. Башҡортостандан балалы ғаиләләр унда ҡатнаша ала.

"Бөтә ғаилә менән" проектында ҡатнашығыҙ!
"Бөтә ғаилә менән" проектында ҡатнашығыҙ!

Проектта ҡатнашыу өсөн ”Бәйләнештә”ге https://vk.com/im?sel=-223569207 йәки ”Класташтар”ҙағы https://ok.ru/group/70000004698632/messages һылтанмаһы аша теркәү үтегеҙ. Ҡатнашыусыларға аҙнаһына бер тапҡыр  ғаилә менән төрлө эштәр башҡарырға, мәҫәлән, ашарға бешерергә, музейға барырға, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Эш барышын фотоға төшөрөп, #всейсемьей хештэгы аҫтында ”Бәйләнештә” йәки ”Класташтар” селтәренә һалығыҙ.

Март аҙағында иң әүҙем ғаиләләргә төрлө бүләктәр, шул иҫәптән Рәсәй буйлап турға сертификаттар тапшырыласаҡ.

“Бөтә ғаилә менән” проекты 15 декабрҙә старт алды. Уны “Мин балаларға ярҙам итәм” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Интернет үҫеше институты ойоштора. Проект ил президенты Владимир Путин иғлан иткән ғаилә йылына арнала.

Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт всейсемьей.рф сайтында бирелгән.

Әйҙәгеҙ, Бөтә Рәсәй проектына ҡушылайыҡ һәм Башҡортостанда әүҙем, татыу ғаиләләр йәшәүен күрһәтәйек!

 

https://bashgazet.ru/

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: