+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Ғинуар , 20:40

Бүләктәр хужаларын тапты

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында бәхетлеләр билдәләнде.

Бүләктәр хужаларын тапты
Бүләктәр хужаларын тапты

Тапшырыуҙа бер юлы ике – “Яңы йыл яҙылыу марафоны” һәм “Яҙыл да, бүләк от!” бәйгеләренең еңеүселәрен республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова һәм «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто Дәүләт унитар предприятиеһының медиа директоры Ринат Шәйбәков атаны.

Гәзит-журнал уҡыусылар меңдән ашыу яҙылыу квитанцияһы ебәргән. Ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йортона ингән ике баҫмаға (республика, район, ҡала) йыллыҡ йәки ярты йыллыҡ яҙылырға кәрәк ине. Бәйгелә шулай уҡ гәзиттәрҙең электрон версияларына яҙылыусылар ҙа ҡатнашты.
«Яҙыл да, бүләк от!» бәйгеһендә туңдырыу камераһы, лар-туңдырғыс, робот-пылесос, ноутбук, телевизор һәм ҡар таҙартыу машинаһы уйнатылды.
Бәхет Ишембай районынан «Йәшлек» һәм «Торатау» гәзиттәрен алдырыусы М. Ғатауллинаға йылмайҙы. Ул – телевизор отто.
Стәрлетамаҡтан «Стәрлетамаҡ эшсеһе» һәм «Ҡыҙыл таң» баҫмаларын уҡыусы Ғ. Ҡорбанғолова туңдырыу камераһын эләктерһә, ноутбук Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан "Йәшлек" һәм “Һаҡмар " гәзиттәренә яҙылған З.Узякинаға юлланды.
Стәрлебаш районынан Д. Мусина «Стәрлебаш шишмәләре» һәм «Өмет»гәзиттәренә яҙылып, робот-пылесос алып ҡыуанды. Ә ҡар йыйыу машинаһы Баймаҡҡа В. Абдрахмановҡа бик шәп бүләк булды. Ул «Йәшлек» һәм «Баймаҡ хәбәрсеһе» гәзиттәрен яратып уҡый икән.
Ишембай районынан “Йәшлек " һәм «Башҡортостан ҡыҙы» баҫмаларын уҡыусы Ф. Заһиҙуллина «Яңы йыл яҙылыу марафоны» призы - лар-туңдырғысҡа лайыҡ булды.

Шулай уҡ «Яҙыл да, бүләк от!” бәйгеһендә ҡатнашыусылар араһында «Сәләм» тапшырыуының махсус призы (пауэр банк) уйнатылды, Уны Ейәнсура районы Сиреғол ауылынан В. Юлдашбаева отто. Ул "Йәшлек" һәм "Ейәнсура таңдары" гәзиттәренә яҙылған.

Фото: видеонан скриншот

 

 

Автор:
Читайте нас: