Минең тейешле
Һүҙҙе көтәләр,
Тегеһен-быныһын
Бүләк итәләр.
Бүләкте күргәс.
Кәрәген тоям,
Кәрәкмәҫ ине,
Тип әйтеп ҡуям.
Ул һүҙ хәйләле,
Хәйләһе төптә.
Аңла тегеләй
Һәм былай тип тә.
Бүләк хужаһы
Юғалып ҡалмай,
Был һүҙҙең бары
Кәрәген һайлай.
– Машинам затлы!
– Кәрәкмәҫ ине!
– Коттедж өс ҡатлы!
– Кәрәкмәҫ ине!
Затлы бүләктәр…
Барыһы кәрәктәр.
Ҡурҡытмай мине
Донос, әләктәр.
Бүләктәр һаны
Артты ла артты.
Ә бер көн власть
Хөкөмгә тартты.
Срогын әйткәс,
Судья ни тине:
– Артыҡ ҡомһоҙлоҡ
Кәрәкмәҫ ине.
2022 й.