-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Март 2024, 15:06

Анһат юл

– Ишеттеңме әле, Ишкилде, Башҡортостанда халыҡ сәләмәт тормош алып барһын өсөн ҙур шарттар тыуҙыралар икән!

Анһат юл
Анһат юл

– Әйттең яңылыҡты! Һау-сәләмәт булыуға ни етә, Ҡушкилде! Һау кеше күберәк эшләй, үҙен дә, ғаиләһен дә ҡарай, иҡтисадты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

– Шулайын шулай. Тик эреле-ваҡлы түрәләр бының өсөн ғәҙәти булмаған алымдар ҡулланалар икән.

– Ҡулланһындар әйҙә! Баш уларға ни өсөн бирелгән?!

– Шулай ҙа ул, тик бына халыҡҡа ҡыйын бит әле. Мәҫәлән, әлеге мәлдә юлдарҙың ҡарҙан таҙартылмауы хаҡында хәбәрҙәр килмәгән район һәм ҡала юҡтыр республикала. Ауыл кешеләре ваҡытында эшкә барып етер өсөн бер-ике сәғәткә иртә тороп ихатаһын көрәй, инде оло юлға сыҡһа, уныһы ла йыш ҡына таҙартылмаған булып сыға. Ҡаланыҡылар иһә йәйәү тәпәнләй йәки иртәрәк өйҙән сыға, сөнки ҡар баҫҡан юлдан автобустар һәм машиналар әкренерәк йөрөй.

– Юлды ҡарҙан таҙартыу менән сәләмәт тормош араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар һуң?

– Бар икән шул! Көрәк тотоп ҡар таҙартыу, йәйәүләп йөрөү, юлда батҡан транспортты этәреү физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү тигән һүҙ бит ул. Түрәләр шуны яҡшы аңлай. Халыҡ берәҙәк эттәр күплегенә лә зарлана. Ана, бер күршем, эттәрҙән ҡасып, юлда барған автобусты ҡыуып еттем, ти. Икенсеһе, эттәр менән таяҡ тотоп алышыу буйынса мастер-класс күрһәтә алам, тип маҡтана.

– Түрәләр ҡайһылай анһат юл тапҡан: юлдарҙы ҡарҙан ваҡытында таҙартыу, берәҙәк эттәрҙе аулау һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеү урынына бөтә ауырлыҡты халыҡ өҫтөнә ауҙарғандар икән. Бынағайыш, ишетмәһәң-ишет!

Ишкилде менән Ҡушкилде.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: