-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Май , 16:32

Сөләймәновтар әйтеше

Шиғырхана

Сөләймәновтар әйтеше
Сөләймәновтар әйтеше

Беҙҙең әҙәбиәттә Р. Сөләймәновтар икәү. Икеһе лә “Һәнәк” журналының күптәнге дуҫы, авторы. Икеһе лә Яҙыусылар союзы ағзаһы, икеһе лә шағир, икеһе лә Өфөлә йәшәй. Исемдәренең тәүге хәрефтәре лә бер – Р. Береһенең исеме Ринат, икенсеһенеке – Руслан. Улар икеһе лә мәғариф системаһында эшләй. Береһе, Ринат, балаларға белем бирә, ә Руслан – уҡытыусыларға. Уларҙың ижадтарында ла уртаҡ һыҙаттар күп. Әммә айырмалыҡтар ҙа етерлек. Ана шул турала  тураһында үҙҙәре бәйән итә.

 

РИНАТ:

 Р. СӨЛӘЙМӘНОВ

(Әҙәбиәттәге “аҙаш”ым Руслан Сөләймәновҡа)

 

Ринат Сөләймәнов менән

Бутайҙар һине бик йыш.

Руслан Сөләймәнов менән

Бутайҙар мине бик йыш.

 

Абруйлы аҙашым Камал:

"Псевдоним уйла", - тине.

Мин уға әҙер ҙә түгел,

Әммә белмәйем һине.

 

Халыҡтан һорайыҡ, беҙгә

Тәҡдим итһен псевдоним.

Уйланам шиғырҙарыбыҙ

Яҙмышы өсөн дә мин.

 

Телебеҙ ҙә бер үк түгел,

Әммә бутайҙар инде.

Тимәк, беҙҙе тәгәрәшеп

Ятып уҡыйҙар инде.

 

Миңә “Руслан” тип әйтһәләр,

Һинең өсөн ҡыуанам.

Маҡталыуҙарҙан иҫереп,

Һиндәй булып ҡыланам.

 

Р. Сөләймәнов исемле

Гәдүгем һәм “аҙаш”ым,

Мәҙәк хәлдәр тыуып тора,

Йәшәйексе аңлашып.

 

Үкенескә булыр ине

Тиккә маҡталһа беребеҙ.

Ең һыҙғанып яҙышабыҙ,

Рухи яҡтан теребеҙ.

 

Әҙипте исеме түгел,

Байыта әҫәрҙәре.

Йөрәгемдә йәшәй кеүек

Һинең дә эс серҙәрең.

 

Сөләймәновтарҙы, әйҙә,

Уҡып туймаһындар, тим.

Иң мөһиме – гонорарҙы

Бутап ҡуймаһындар, тим.

 

Руслан:

Зарланма

 

Сөләймәновтарҙы, әйҙә,

Уҡып туймаһындар, тим.

Иң мөһиме – гонорарҙы

Бутап ҡуймаһындар, тим.

(Ринат Сөләймәнов)

 

“Гонорар!!!”,− тип, зинһар, көймә, дуҫым,

Шиғыр яҙып кемдәр байыған?

Миңә килгән һинең гонорарҙан

Мин бит батша төҫлө байымам.

 

Бутағастар, әйҙә, бутаһындар,

Ҡай сағында мин дә буталам,

Башҡортсаһы сыҡһа шиғырымдың:

“Ринаттыкы”, − тиҙәр, уф, Аллам.

 

Өфө урамында йөрөп булмай:

Иҫәнләшә һәр кем, ҡул һуҙа.

“Руслан”, − тием, “Юҡ-юҡ, Ринат”, − тиҙәр,

Икебеҙгә, буғай, бер муза.

 

Бутағастар, әйҙә, бутаһындар,

Беҙҙең баштар күпте күрәсәк:

Хөкүмәттең штраф, һалымдары

Һинең исемеңә киләсәк.

 

Шуға күрә, әйҙә, бутаһындар,

Һин зарланма, ныҡ бул ирҙәрсә.

Минең бурыстарҙы түләй-түләй,

Эй йәшәһәң ине йөҙгәсә.

 

Ринат:

 “Р.” арҡаһында

 

Бутағастар, әйҙә, бутаһындар,

Беҙҙең баштар күпте күрәсәк:

Хөкүмәттең штраф, һалымдары

Һинең исемеңә киләсәк.

 (Руслан Сөләймәнов)

 

Штраф менән ҡурҡыттың, дуҫым,

Һаҡларға тырыш тәртип.

Закондарҙы боҙма артыҡ,

Р. Сөләймәнов бар тип.

 

Шулай ҙа, эшкә ашығып,

Арттырһаң тиҙлегеңде,

Штрафтарыңды түләшергә

Һуҙырмын йөҙлөгөмдө.

 

Штрафыңды йә һалымыңды

Алыуым бар бер көтөп.

Үҙеңде лә алдан уҡ, дуҫ,

Ҡуяйым, тим, өркөтөп:

 

Түрәләрҙе әрләп яҙған

Шиғырҙарым күп минең.

Улар һинең дошмандарың

Булып китмәһен тимен.

 

Блаттарым да юҡ түгелдән,

Кәрәк булһа, файҙалан.

Бер-беребеҙгә таяныс

Булайыҡ, тим, ҡайҙа ла.

 

Блатһыҙ ҙа, дошманһыҙ ҙа

Булмаҫ Сөләймәновтар.

Бер шәп үҙенсәлек кеүек

Р. Сөләймәнов дуҫтар.

 

Һәләт Сөләймәновтарҙың

Ҡайнап тора ҡанында.

Тик беҙҙе генә бутайҙар

Шул бер "Р" арҡаһында.

 

Руслан Сөләймәнов түгел,

Ринат Сөләймәнов тип,

Таныштырырмын үҙемде,

Ниҙәр үҙгәрер һуң тик?

 

Бынан ары ышанмаҫтар,

Көлөрҙәр аҫтан ғына.

Аҙаҡ, кемеһе булды, тип,

Һөйләрҙәр арттан ғына.

 

Ижади аҙаштар булған

Осраҡ – һирәк күренеш.

Ул – ҡәҙерен белә торған

Өлөшкә төшкән көмөш.

 

Руслан:

Ҡурҡытма

 

Түрәләрҙе әрләп яҙған

Шиғырҙарым күп минең.

Улар һинең дошмандарың

Булып китмәһен тимен.

 

Блаттарым да юҡ түгелдән,

Кәрәк булһа, файҙалан.

Бер-беребеҙгә таяныс

Булайыҡ, тим, ҡайҙа ла.

(Ринат Сөләймәнов)

 

Һинең һымаҡ дуҫ булғанда,

Йәшәп була ҡайҙа ла:

Ерҙә йәшәүҙәре нимә,

Йәшәп була айҙа ла.

 

Дошманды, дуҫты юллайһың

Минең тарафҡа табан,

Һин ҡушҡанға, түрәләр ҙә

Йылмайып ҡаршы ала.

 

Бер ҡыҙғанда юлла миңә

Машина, гаражыңды,

Бүләк итеп ҡалдыр миңә

Әҙәби багажыңды.

 

Туҙан йыйып ятмаһындар

Аҫылташ, алтындарың,

Онотмаһаң ярар ине:

Һөйәркә, ҡатын барын.

 

Булһа әгәр, йәлләп торма

Бер нефть ҡаҙылмаһын,

Минең йөрәк, аҡса һорап,

Башҡаса аҙынмаһын.

 

Көтөп ҡалам: "Килер, − тиеп, −

Ринат каравандары".

Филдәргә тейәп ебәр һин

Минең һорағандарҙы.

 

"Ебәрмәйем", − тип ҡурҡытма,

Һин − шағирмы, түгелме?

Даның һинең алдан йөрөй:

Бигерәк киң күңелле.

 

 

 

Ринат:

Мультимиллионер

 

...Бер ҡыҙғанда юлла миңә

Машина, гаражыңды,

Бүләк итеп ҡалдыр миңә

Әҙәби багажыңды...

 

...Көтөп ҡалам: "Килер, − тиеп, −

Ринат каравандары".

(Руслан Сөләймәнов)

 

Их, булһа ине шул миндә

Һин күҙаллаған мөлкәт.

Матди байлыҡ килтермәй бит

Мин һайлап алған өлкә.

 

Ижек һанап ятмаҫ инем,

Һанар инем аҡсаһын.

Һарайҙар һалдыртыр инем,

Яллар инем һаҡсыһын.

 

Нәшриәттәге тығындарҙы

Ҡуҙғатыр инем кинәт.

Дуҫтар китаптарын тотоп,

Һөйөнөр ине минән.

 

Рухи малым ташып тора

Йөрәк тигән янсыҡта.

Бүлешһәм, бүлешә алам

Уны асыҡ-асыҡтан.

 

Моң ҡәҙерен белеүсегә

Йәл түгел бер тамсы ла.

Һиңә йүнәлтермен рухи

Каруанды ҡамсылап.

 

Шиғыр яҙып арып китәм,

Мең уй бер төн эсендә.

Әйҙә, һин көн-төн ижад ит

Үҙең, минең өсөн дә.

 

Рухи яҡтан былай ҙа бит

Һин – мультимиллионер.

Бөгөндән тотоп халҡыңа

Бирерлек милли әмер!

 

Ул байлыҡ ата-бабанан,

Күскән бит ул нәҫелдән.

Шуға тотош тормошобоҙ

Ҡайтыш түгел мәҫәлдән.

 

Руслан:

Беркатлылык

 

Их, булһа ине шул миндә

Һин күҙаллаған мөлкәт.

Матди байлыҡ килтермәй бит

Мин һайлап алған өлкә.

(Ринат Сөләймәнов)

 

Бар ине минең тиҙ генә

Бик байырғә иҫәбем.

Филдәр көттөм, ул юллаған

Илле ғәскәр ишәген.

 

Тәүге ишәк ҡолағына

Яҙылган теләк бына:

“Иҫәнлек-һаулык теләйем

Бер татар шағирына”.

 

Ҡалған ишәк өҫтәрендә −

Шиғыр тулы шығырым.

Бер ғүмерем етмәҫ кеүек,

Нисек уҡып сығырмын.

 

Һуңғы ишәк ҡойроғона

Эленгән шундай яҙыу:

“Күпте көткән аҙҙан ҡала,

Артыҡ байлыҡ − зарар ул.

 

Ә мин − ахмаҡ алтын көттөм,

Юҡҡа сыҡты затлылыҡ:

Байҙы хәйерсе итә шул

Йыш ҡына бер ҡатлылыҡ.

 

Ринат:

Ойотҡо

 

Бар ине минең тиҙ генә

Бик байырғә иҫәбем.

Филдәр көттөм, ул юллаған

Илле ғәскәр ишәген.

 

Тәүге ишәк ҡолағына

Яҙылган теләк бына:

“Иҫәнлек-һаулык теләйем

Бер татар шағирына”...

 (Руслан Сөләймәнов)

 

Һин, ҡәләмдәш, Флүр улы бит,

Минең әсәйем – Флүрә.

Тормошта икеләтә лә

Аҙашлыҡтар булыр, ә!?

 

Төрөксәнән Флүр исеме

Еңеүсене аңлата.

Икебеҙҙә лә еңеүсе

Булыр ойотҡо ята.

 

Әйтеш ҡоя торғас, эште

Онотманыҡмы сәпсим?

Әҙәбиәт өлкәһендә

Майҙан тота "һин" һәм "син".

 

Р. Сөләймәнов исемле

Ижади аҙаш Руслан.

Иң-иң ҡәҙерле бүләгең

Шиғыр булыр бер услам.

 

Шунса һәләт барҙа, тиҙҙән

Миҙалын да тағырһың.

Берәй көнгә биреп торор

Үҙеңдә көс табырһың.

 

“Күрегеҙ, миндә лә миҙал

Бар, - тиеп, - маҡтанырмын”.

Күркәм генә сараларҙа

Һин булып ятланырмын.

 

Эй, яҙабыҙ, йоҡлағанда

Күптәре хырылдашып.

Ошо бер "Р." арҡаһында

Ятмайыҡ ырылдашып.

 

Был әйтешкә нөктә ҡуйып,

Әҙер "биш"те һуҙырға.

Һәр нәмәлә сама кәрәк,

Эштәр китмәһен ҙурға.

 

Киләсәктә лә ихластан

Ҡороробоҙ әле әйтеш.

Рух офоғон киңәйтә ул,

Түгел бит ул һемәйтеш.

 

Башы минән булған ине,

Осо ла булһын минән.

Һин минең хәлемә кер ҙә,

Мин һинең хәлгә инәм.

 

Шиғыр ҡойоп ҡына йәшәр

Заман түгел, аңлайым.

Өйҙә ҡатын көтөп ята

Сәй-икмәген, бал-майын.

 

Беҙҙең ҡатындар икәү бит,

Шиғыр уның береһе.

Илһам ҡуна килһә, теге

Түҙеп кенә йөрөһөн.

 

Ә шулай ҙа икеһен дә

Әбижәйт итке килмәй.

Яңғыҙ шағир кимәленә

Һис кенә етке килмәй.

 

Рәхмәт, ваҡытыңды бүлеп

Ҡәләм тирбәткән өсөн.

Ҡыҙыу ижад яланында

Егеп тирләткән өсөн.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: