Һабантуйҙар Совет осоронда ҙур байрам була торғайны. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, һәр ҙур ауылда, һуңынан район үҙәгендә ял, спорт, мәҙәни саралары гөрләп үтә, унан бер кем дә ситтә ҡалырға тырышмай.
Әлеге һабантуйҙар башлыса район үҙәгендә генә ойошторола. Эҫе көндә 50-100 саҡрымдағы төпкөл ауылдан унда барырға атлығыусылар әллә ни күп булмай. Уның ҡарауы, баш ҡаланан килгән береһенән-береһе дәрәжәлерәк ағайҙарға хөрриәт! Уларҙы тирмәнән-тирмәгә йөрөтөп арттарынан ҡалғансы иң шәп ризыҡтар менән һыйлайҙар, һуңғы тирмәләргә эстәрен ике ҡуллап ҡосаҡлап саҡ барып етә, бахырҙар.
Был хәлгә төбәк башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте:
– Районға сәфәрегеҙҙе татлы ризыҡтарҙы һәр тирмәлә тәмләп ҡарауға әйләндермәгеҙ – кешеләр менән күберәк аралашығыҙ, – тигән фарман бирҙе ул чиновниктарға.
Өлгөр ТИКТОРМАҪОВ.