-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Июнь , 11:42

Ҡурсалау

Юмореска

Ҡурсалау
Ҡурсалау

Республикала ҙур әҙәби конкурс иғлан ителә, еңеүсегә Гран-приға – биш йөҙ мең һум бирәләр тигән хәбәр тиҙ таралды. Был конкурсты республиканың иң көслө, иң бай предприятиеларының береһе уйлап таба була. Имеш, хәҙерге болғауыр, ығы-зығылы заманда сәнәғәт ойошмаһы ярым ас, ҡыйырһытылған ҡатлам – ижад әһелдәрен шулай булһа ла ҡурсалай. Олуғ конкурс, әлбиттә, яҙыусыларҙы ла ҡуҙғатты. «Беҙҙе һаман ҡайғырталар, онотмағандар икән! Беҙ бар, тере, – тип һөрәнләй һалды «һайт» тигәнгә «тайт» тип торған әҙиптәр.

Ошоғаса ижади конкурстарҙы матбуғат баҫмалары ғына иғлан итә ине бит, уҙа барһа – министрлыҡ...

Ысынлап та, дөйөм конкурс республика тормошонда оло бер ваҡиғаға әүерелде. Һәр тарафтан, һәр ҡасаба, ҡаланан бихисап теҙмә, сәсмә әҫәрҙәр йыйылды. Конкурс иғлан иткән ваҡыт уҙҙы, олуғ комиссия эшкә тотондо.

Баһалама комиссияһы бөтә әйберҙәр араһынан иң лайыҡлыһы тип Ғаян Ғонсаровтың «Зәғәфрәм» романын билдәләне. Һәм яңылышманы. Йәмәғәтселек романды маҡтаны, теленән төшөрмәне: нәҡ «Зәғәфрәм» Гран-приға лайыҡ, тинеләр һәм еңеүсене ҡотланылар.

Бер аҙҙан Ғаян Ғонсаровтың өйөндә ығы-зығы ҡупты. Ул ҡаланың аҫҡы яғында йәшәп ята. Өй тиһәң, хәтере ҡалыр. Бында, күп ҡатлы панелле йортта, тишек-тошоҡта! Эскеселәр, әмәлһеҙгә берәҙәктәр ҡунып сыҡҡан төйәктә! Әҙип ошо торлағын ҡаланың арыуыраҡ еренә алмаштырырға күптән хыяллана бит. Берәй уңайы сығыр әле, тип көттө.

Ҡатыны башында ла хыялдар тыуып-тыуып ҡуя. Иң түр яҡҡа – мөйөшлө диван, шунда көҙгөлө шифоньер ҙа алып ебәрһә... Ултырғыстарының рәте юҡ... Тағы, тағымы? Бер ҡырҡ йә алтмыш меңлек тун алырға!.. Ана, кеше һикһән, туҡһан меңлектәрен кейә, тәндәре һары майҙай ирей әле.

Сәнәғәт гигантының хәҙерге әҙәбиәтте үҫтереүгә индергән тос өлөшө тураһында маҡтау, һоҡланыу һүҙҙәре бик оҙаҡ шаулап торҙо киң мәғлүмәт сараларында. Генераль директор был конкурс тураһында Мәскәүҙәге иң юғары кабинеттарҙа һөйләп сыҡты, ҡыуанысынан түбәһе күккә тейеп йөрөнө. Маҡталды бит.

Ә прозаик Ғаян Ғонсаров бер ҡайҙа ла йөрөмәне – шул кис был Гран-при аҡсаһын ниндәй маҡсатҡа тотоноу  хаҡында оҙаҡ уйланып ятты. Ярты миллион һумдың керер урындары бик күп булып сыҡты. Таң алдынан ғына башына шәп уй килде: бөтә сумманы ғүмер буйы эшләп тә, үҙенә фатир алырлыҡ аҡса эшләй алмаған, пенсия йәшенә етһә лә һаман кеше фатирында көн күргән ҡәләмдәшенә бирергә уйлағайны, йәл, өлгөрмәне ... уянып китте.

Ринат КАМАЛ.

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: