-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Июль , 14:00

“Һин шуға оҡшамаһын өсөн”

Бер ағай балаһына исем ҡуштырып, таныҡлыҡ яҙҙырырға ауыл советына барған да, ҡатыны әйтеп ебәргән исемде онотҡан да ҡуйған...

“Һин шуға оҡшамаһын өсөн”
“Һин шуға оҡшамаһын өсөн”

“Һин шуға оҡшамаһын өсөн”

Бер ағай балаһына исем ҡуштырып, таныҡлыҡ яҙҙырырға ауыл советына барған да, ҡатыны әйтеп ебәргән исемде онотҡан да ҡуйған. Оҙаҡ уйлап ултыра торғас, икенсе исем иҫенә төшкән, шуны яҙҙырып ҡайтып китҡән. Ҡайтҡас, ҡатыны, көйөп: “Ни эшләп бер йүнһеҙ ҡатындың исемен яҙҙырҙың инде, башың эшләмәйме әллә?” – тигән.
– Ярай әле башым эшләп, һин шуға оҡшап китмәһен тип, гел иҫеңдә генә торһон өсөн специально яҙҙырып ҡайттым. Исемен әйткән һайын “Аллам һаҡлаһын, әстәғәфирулла тәүбә! Хоҙай мине уға оҡшатып ҡуйма, зинһар!” тип кенә уҡынып йөрө! – тип яуаплаған.


Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.

Автор:
Читайте нас: