-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Февраль 2025, 13:00

«Яңы йыл марафоны» бүләктәре уйнатыла

18 февралдә, БСТ телеканалында иртәнге «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында 07.45 сәғәттә гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйтаныласаҡ.

«Яңы йыл марафоны» бүләктәре уйнатыла
«Яңы йыл марафоны» бүләктәре уйнатыла

Гәзит-журналдарға яҙылған республика халҡы ике акцияла ҡатнаша: «Яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ» (беренсе ярты йыллыҡҡа, шулай уҡ 2025 йылға яҙылыу) һәм «Яңы йыл марафоны». Туңдырғыс, телевизор, ноутбук, робот-саң һурҙырғыс һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Бындай бүләктәргә ниндәй ҙә булһа баҫмаға яҙылған һәр кем эйә була ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән 31 мартҡа тиклем республика халҡы 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙыла ала. Почта бүлексәһе аша ғына түгел, ә сайтта бер нисә минут эсендә онлайн-яҙылыу аша ла яҙылырға мөмкин rbsmi.ru. Бының өсөн «Яҙылыу» бүлегендә https://rbsmi.ru/catalog/podpiska / гәзит йәки журнал һайларға ғына кәрәк. Өҫтәүенә баҫма һәм электрон версия ла бар.

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас