Бүләкләү тантанаһы 27 февралдә Мәскәүҙең «Рәсәй» милли үҙәгендә уҙҙы. Нәбиевҡа каучуктан яһалған кубокты – көс һәм ныҡлыҡ билдәһен Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тапшырҙы.
«Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры ҡулынан награда алыу – оло мәртәбә», – тип яҙҙы блогер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ойоштороусылар Рөстәм Нәбиевтың спорттағы ҡаҙаныштарын абруйлы награда менән билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташыбыҙ донъяла ҡулдары менән алты тауға менгән беренсе кеше булды. Омскиҙа Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһы емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиевҡа ғәҙәти йәшәү рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә һәм хатта тауҙарҙы яуларға бер ни ҙә ҡамасауламай. Сая егет Килиманджаро бейеклегенең үрен яуланы (5 895 метр). Уға тиклем 2020 йылда Эльбрус тауына күтәрелә (хатта ике тапҡыр). 2021 йылда иһә Непалдағы Манаслу (8156 метр) тауының түбәһенә күтәрелә. Маладис, Рөстәм, бигерәк ҡыйыу, сая батыр, эшсән егетһең дә инде үҙең. Афарин, ҡотлайбыҙ!
Фото: rutube.ru