-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Март 2025, 10:30

КВН гөрләйәсәк: көлкө, оҫталыҡ, дәрт!

20 мартта "Торатау"ҙа көслө алҡыштар яңғыраясаҡ! Беренсе тапҡыр Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттары студенттары башҡорт телендә КВН фестивалендә үҙ көсөн һынай! 🗓 Дата: 20 март 📍 Урыны: Өфө, Конгресс-холл "Торатау" 🎤 Кемдәр ҡатнаша? Урта һөнәри белем биреү учреждениеларының иң шаян һәм отҡор командалары! Һорау: Башҡорт телендә КВН мөмкинме? Яуап: 20 мартта – мотлаҡ!

КВН гөрләйәсәк: көлкө, оҫталыҡ, дәрт!
КВН гөрләйәсәк: көлкө, оҫталыҡ, дәрт!

Был сараны Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте министрлығы, Республиканың Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән ойоштора. "Шаян-лига" проекты сиктәрендә үткән был фестиваль йәштәрҙең сәхнә оҫталығын асып, башҡорт телендә юмор донъяһын киңәйтәсәк!

"Һәнәк" журналы һәр саҡ башҡорт юморы үҫешенә ҙур иғтибар бүлә, йәш сатира оҫталарына мөмкинлектәр аса. КВН да – был юлдың бер өлөшө!

Ниндәй КВН булыр?

🔥 Ут һымаҡ шаярыуҙар!
🎤 Тәжрибәле алып барыусылар!
🎭 Сәхнәлә мауыҡтырғыс сығыштар!
😂 Уйландырырлыҡ көлкө һәм көлдөрөрлөк фекер!

📝 Тамашасыларға инеү – бушлай!
Сәхнәгә яҡын килергә, юморҙы тойорға, шаян студенттарҙың сығыштарын ҡарарға теләһәгеҙ – 20 мартта "Торатау"ҙа көтәбеҙ!

КВН килә! Көлкө – йәштәрсә, һүҙ – башҡортса, дәрт – сикһеҙ!

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас