Һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡтарҙы яҙыусылар, Мәскәү ҡунағы – Олег Рой, телевидение алып барыусыһы, актриса, яҙыусы Оксана Федорова һәм шағир, МХО яугиры, взвод командиры Сергей Лобанов менән ижади осрашыуҙар көтә. Аҡмулла сәхнәһендә нон-стоп режимында спектаклдәр барасаҡ. Ә төп сәхнәлә 19.00 сәғәттә Рәсәй Армияһы Театрының Зоя Космодемьянскаяға арналған «Ҡыҙҙар» спектакле башлана. Дөйөм алғанда, форумдың беренсе көнө Бөйөк Ватан һуғышына арналған, «Батырлыҡ тураһында һүҙ»девизы аҫтында үтәсәк. Мәҫәлән, БР милли музейында «Илем яҙмышында һуғыш» күргәҙмәһе бара. «Китап» нәшриәте Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған китаптар тәҡдим итәсәк. Донбасстан, МХО-ла ҡатнашыусы шағир, Сергей Нихаенконың сығышы буласаҡ.
Тулыраҡ программа хаҡында ошонда белә алаһығыҙ: https://kitap-bayram.ru/programma-mezhdunarodnoj-knizhnoj-jarm/
Фотолар: III "Китап байрамы"ХАЛЫҠ-ара китап йәрминкәһенең матбуғат хеҙмәте.